Инйәр
+9 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Февраль 2021, 17:26

QR-код һәм “Алға” картаһы ташламаға юл аса

***

Ғинуар айындағы осрашыу ваҡытында Башҡортостан Башлығы республиканың Йәмәғәт палатаһына Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә күп балалы ғаиләләргә ташламалар яһау системаһын уйлап табыу бурысын йөкмәткәйне. Ошо юҫыҡта ниндәй эштәр башҡарылғаны хаҡында Йәмәғәт палатаһы хәбәр итә.
Был мәсьәлә күп балалы әсә, Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “МногодетОК” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошманы ойоштороусыларының береһе Роза Хужина күп балалы ғаиләләргә хеҙмәтләндереү, дөйөм туҡланыу, ритейл өлкәһендә ташламалар алырға мөмкинлек биргән республика программаһын уйлап табыу хаҡында тәҡдим иткәс тыуғайны. Был ваҡытҡа әүҙемсе ошо тема буйынса Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары менән фекер алышып өлгөргәйне.
Роза Хужинаның әйтеүенсә, сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Алексей Гусев был башланғысты хуплап, уны тормошҡа ашырып булырын билдәләгән. Мәскәү өлкәһендә ошо йәһәттән тәжрибә бар ҙа инде.
Республика Башлығы күп балалы ата-әсәне матди яҡтан хәстәрләргә генә түгел, ә шундай ғаиләләрҙең ыңғай образын асыу өсөн мәғлүмәти эште лә киңәйтеү кәрәклеген билдәләгәйне.
“Социаль карталарҙың Башҡортостан регистры”, Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, шулай уҡ Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлыҡтары, “МногодетОК” ойошмаһының хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе булараҡ, республикала “Алға” социаль картаһы буйынса ташламалар яһауға ҡоролған пилот проекты 1 марттан ғәмәлгә ашырыла башлай. Ил күләмендә бындай башланғыс тәү тапҡыр индерелә.
Әйткәндәй, республикала инде йылдан ашыу күп балалыларҙың статусын билдәләгән документ бирелеп килә. Уны күрһәтеп, ҡайһы бер ташламалар алырға мөмкин.
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Ғаилә порталында яҡын арала күп балалыларға ташлама яһаған ойошма-предприятиелар буйынса мәғлүмәт тупланған интерактив карта баҫыласаҡ. Исемлек тулыландырылып торор тип күҙаллана.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына һылтанып, Роза Хужина ошондай мәғлүмәт тә еткерә: быйыл көҙ Дәүләт хеҙмәттәре порталында күп балалы булғаны иҫбат ителгән ғаилә ағзаларына QR-код бирә торған сервис эшләп китере көтөлә. Ул күп балалы ғаиләләргә бирелгән танытма урынына бөтә илдә ҡулланыласаҡ. Беҙҙең республикала ташламалар менән файҙаланыу өсөн иһә QR-кодты “Алға” картаһы менән берләштерергә (синхронлаштырырға) кәрәк.
Идея авторы Роза Хужина күп балалыларға лояль ҡараш тәрбиәләгән системаның дәүләт кимәлендә хупланғанына шатлығын белдерә. “Ишле ғаиләләргә ярҙам итергә теләге булған бар предприятиеларҙы ла ташлама эшләй торған ойошмалар реестрына инергә саҡырабыҙ”, – ти ул.
Исемлек көндән-көн тулыландырыла бара, тип тә хәбәр итә йәмәғәтсе: “Әлбиттә, беҙ республика программаһы ҡабул ителерен көтәбеҙ. Ошолай булған хәлдә, эшҡыуарҙар ҙа унда теләп ҡатнашыр ине. Ул сағында инде Башҡортостан күп балалы ғаиләләр өсөн иң уңайлы төбәк булып китер. Волга буйы федераль округына ингән төбәктәр араһында беҙ – күп балалы ғаиләләргә иң байы. Улар республикала 50 мең”.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас в