Ошо көндәрҙә РФ Дәүләт Думаһы Зөһрә Рәхмәтуллина шәхси һорауҙар буйынса дистанцион рәүештә граждандарҙы ҡабул итте.
Зөһрә Йыһанур ҡыҙына мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам һорап биш кеше мөрәжәғәт итте. Халыҡты Максим Горький ауылындағы клубты сафҡа индереү һәм башҡа дүрт шәхси һорау борсоно.
Мөрәжәғәттәрҙең барыһы ла депутаттың үҙ контроленә алынды, киләсәктә уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды.