Өфөлә юл инфраструктураһы өлкәһендә тормошҡа ашырылған проекттарҙың береһе – Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге транспорт сиселешен үҙгәртеп ҡороу.
Был эшкә бер ай элек, 8 ғинуарҙа, тотонғайнылар. Ошо хаҡта Өфө ҡала хакимиәте башлығы С. Греков етәкселегендә видеобәйләнеш форматында үткәрелгән оператив кәңәшмәлә Төҙөлөш, юлдарҙы ремонтлау һәм яһалма ҡоролмалар идарылығы етәксеһе вазифаһын башҡарған Константин Паппе хәбәр итте.
Юл үткәргестең иҫке конструкцияларын демонтажлау буйынса эштәр төндә Салауат Юлаев проспекты буйынса юл участкаһын ябып тороу һөҙөмтәһендә атҡарыла. Транспорт сиселешен үҙгәртеп ҡороу ваҡытын ҡыҫҡартыу маҡсатында Өфөләге 30-сы һәм Пермдәге 123-сө отрядтар йәлеп ителгән. Шулай итеп, төҙөүселәр тәүлек әйләнәһенә эшләй. Һөҙөмтәлә был эштәр бер ай алданыраҡ тамамланыр, тип күҙаллана. Константин Паппе баш ҡалалағы барлыҡ хеҙмәттәрҙең ыңғай эшләүе хаҡында әйтте һәм уларға рәхмәт белдерҙе.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.