Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Февраль 2021, 17:31

Алданған өлөшсөләр яйлап кәмей

Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа алданған өлөшсөләр проблемаһы менән ныҡлап шөғөлләнә башланылар, тик ул ошоға тиклем хәл ителеп бөтмәгән. Бөгөнгә ҡарата алданған ете меңдән ашыу өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусы кеше иҫәпләнә һәм 125 проблемалы объект бар. Уларҙың иң күбе Өфө ҡалаһы һәм Өфө районында урынлашҡан. Өсөнсө урында – Иглин районы. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов һөйләне. Былтыр министрлыҡ республиканың Алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды менән берлектә эшләне һәм проблемалы объекттарҙы төҙөп бөтөрөүҙе финанслашыу механизмына индереү мөмкинлеге ҡаралды. Һөҙөмтәлә фонд 62 объектты ҡараған, 3,5 мең алданған өлөшсөнөң хоҡуғы тергеҙелергә тейеш. Фондтың Күҙәтеү советы 53 объектҡа ҡарата финанслашыу буйынса ҡарар ҡабул иткән. 19 объект буйынса граждандар аҡсалата компенсация аласаҡ. 700 самаһы кеше уны алған да. 34 объект 2021-2023 йылдарҙа төҙөлөп бөтәсәк. Төҙөүсе ойошма бурыстарын үҙ өҫтөнә алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды ала. Уртаҡ эшмәкәрлек нигеҙендә 2021 йылда федераль фонд менән берлектә 31 проблемалы объект ҡараласаҡ. Уларҙа ике мең самаһы зыян күргән өлөшсө иҫәпләнә. Бында Өфө, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Шишмә, Иглин, Учалы, Стәрлетамаҡ районындағы объекттар инә. Артем Ковшов белдереүенсә, был объекттар буйынса республиканың 480 миллион һумлыҡ финанс ярҙамы талап ителә. "Был сумма бөтә объекттарҙа ла төҙөлөштө тамамлауҙы иҫәпкә алып һаналды. Әммә фонд документтарҙы ентекләп өйрәнгән саҡта ҡайһы бер объекттар буйынса компенсация түләү мәсьәләһе лә ҡабул ителеүе ихтимал", – тине Артем Ковшов.Башҡортостан гәзите Фото: news.myseldon.com

Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа алданған өлөшсөләр проблемаһы менән ныҡлап шөғөлләнә башланылар, тик ул ошоға тиклем хәл ителеп бөтмәгән.
Бөгөнгә ҡарата алданған ете меңдән ашыу өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусы кеше иҫәпләнә һәм 125 проблемалы объект бар. Уларҙың иң күбе Өфө ҡалаһы һәм Өфө районында урынлашҡан. Өсөнсө урында – Иглин районы. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов һөйләне.
Былтыр министрлыҡ республиканың Алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды менән берлектә эшләне һәм проблемалы объекттарҙы төҙөп бөтөрөүҙе финанслашыу механизмына индереү мөмкинлеге ҡаралды. Һөҙөмтәлә фонд 62 объектты ҡараған, 3,5 мең алданған өлөшсөнөң хоҡуғы тергеҙелергә тейеш.
Фондтың Күҙәтеү советы 53 объектҡа ҡарата финанслашыу буйынса ҡарар ҡабул иткән. 19 объект буйынса граждандар аҡсалата компенсация аласаҡ. 700 самаһы кеше уны алған да.
34 объект 2021-2023 йылдарҙа төҙөлөп бөтәсәк. Төҙөүсе ойошма бурыстарын үҙ өҫтөнә алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды ала.
Уртаҡ эшмәкәрлек нигеҙендә 2021 йылда федераль фонд менән берлектә 31 проблемалы объект ҡараласаҡ. Уларҙа ике мең самаһы зыян күргән өлөшсө иҫәпләнә. Бында Өфө, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Шишмә, Иглин, Учалы, Стәрлетамаҡ районындағы объекттар инә.
Артем Ковшов белдереүенсә, был объекттар буйынса республиканың 480 миллион һумлыҡ финанс ярҙамы талап ителә.
"Был сумма бөтә объекттарҙа ла төҙөлөштө тамамлауҙы иҫәпкә алып һаналды. Әммә фонд документтарҙы ентекләп өйрәнгән саҡта ҡайһы бер объекттар буйынса компенсация түләү мәсьәләһе лә ҡабул ителеүе ихтимал", – тине Артем Ковшов.
Читайте нас в