Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Февраль 2021, 17:24

50 мең һум аҡса отҡоғоҙ киләме?

***

Быйыл да Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы тауышы" йыр-моң конкурсы үтәсәк. Сара өсөнсө йыл рәттән ойошторола. Был хаҡта үҙенең социаль сәхифәһендә Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов хәбәр итә.
"Өсөнсө сезон да була! "Урал аръяғы тауышы" шоу-проекты республиканың мәҙәни тормошонда сағыу бәйге булып балҡыны һәм тамашасыларҙың, ҡатнашыусыларҙың йөрәген яуланы. Үткән ике сезонда беҙ төбәктең иң көслө һәм сағыу тауыштарын ишеттек һәм таптыҡ. Һәм әле ҡаланың брендына әүерелгән өсөнсө миҙгелде башлайбыҙ".
Ойоштороу комитетына заявкаларҙы 25 февралгә тиклем ебәрергә кәрәк. Шоу-проектта йыр-моңға һәләте булған һәр кем ҡатнашып, мөмкинлектәрен һынап ҡарай ала. Һорауҙар менән шоу-проекттың махсус төркөмөндә https://vk.com/goloszauralya#Сибай #шоупроект #ГолосЗауралья2021 таныша алаһығыҙ.
“Урал аръяғы тауышы” шоу-проектында еңеүсене төп приз — 50 мең һум аҡса көтә!
Фото Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге сайтынан.
Читайте нас в