Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Февраль 2021, 13:04

Йәш саҡ, шәп саҡ…

***

2005 йылда Рәсәй Президенты В.Путиндың “Рәсәй студенттары көнө тураһында”ғы Указы донъя күрҙе, байрам рәсми төҫ алды. Ғинуар айында билдәләнгән студенттар байрамының үҙ тарихы бар. 1755 йылдың 25 ғинуарында – Изге Татьяна көнөндә батшабикә Елизавета Петровна тарафынан илебеҙҙең беренсе ҙур уҡыу йорто – Мәскәү университетына нигеҙ һалына. Ошо көндән башлап студенттар уны үҙенең байрамы тип һанай, был көндө кисәләр, тантаналы саралар, күңел асыуҙар ойоштора.
Студент - киләсәккә төрлө пландар ҡороп, төн йоҡоларын йоҡламай тырышып-тырмашып белем диңгеҙен кискән кеше ул. Тик уҡыу менән генә мәшғүл булһаң, ул ваҡыттар тормоштоң иң матур, күңелле мәле булып йөрәктә һаҡланмаҫ ине. Беҙҙең райондан да уңышлы уҡып, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған, бер ҡайҙа ла һынатмаған йәштәребеҙ бихисап. Уларҙың уҡыу йортона белем алыу өсөн генә түгел, ә үҙҙәрен бар яҡлап та үҫтереү, камиллаштырыу өсөн килеүҙәре маҡсат булып тора.
Яҡташыбыҙ – министр
Рөстәм Сәйфетдинов 1-се Архангел мәктәбендә белем ала. Уға биология, математика, башҡорт һәм рус теле дәрестәре оҡшай. Мәктәптән һуң, Өфө художество гуманитар колледжында уңышлы тамамлай. Йәш егет бының менән генә туҡтап ҡалмай, белемен камиллаштырыу маҡсатында 2020 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә.
Рөстәм Рәмил улы уҡыуында ла һынатмай, төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ул тырыш эшмәкәрлеге арҡаһында БР Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология буйынса йәштәр министры вазифаһына һайлана.
Читайте нас в