Үткән шәмбе район халҡы “Иғтибар – ҡар!” республика акцияһында ҡатнашты.
Ҡар таҙартыу өмәһендә ойошма һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Сарала учреждение бинаһы эргәһендәге биләмәләрҙә ҡар ҡатламы таҙартылды, шулай уҡ ҡыйыҡтарҙа хәүеф тыуҙырған боҙмармаҡтарҙан алынды.