Хәүеф йорт хайуандарына һәм ҡоштарға янай. 2020 йылдың һуңғы кварталында Башҡортостан менән сиктәш төбәктәрҙә хәүефле сирҙәр буйынса хәл күҙгә күренеп насарланды. Был башлыса сусҡаларҙың африка тағуны һәм ҡоштарҙың юғары патогенлы киҙеүенә ҡағыла. Сирҙәр бик алама, улар ауыл хужалығы тармағына ҙур юғалтыуҙар килтерә, сөнки уларҙан үлем осрағы 100 процент тәшкил итә.
Был мәсьәлә БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә күтәрелде. Республиканың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншын белдереүенсә, ноябрҙә ҡош киҙеүе республиканың Баҡалы районы сигендә, ни бары биш километр алыҫлыҡта Татарстандың Мөслим районында теркәлә. Ваҡытында ҡабул ителгән саралар арҡаһында ғына был сир беҙҙең республикаға килеп етә алмай.
Әле иһә ветеринария хеҙмәте африка тағуны таралыуына хәүефләнә. Һамар өлкәһендә былтыр был сирҙең 100 самаһы осрағы теркәлде, хәлдең контролдән сығыуы арҡаһында ул ҡырағай тәбиғәткә таралды. Ошо төбәктәрҙә ҡырағай ҡабандарҙы күпләп юҡҡа сығарыу уларҙың миграцияһына килтерҙе. Шул сәбәпле вирус Ырымбур өлкәһенә эләкте, унда ноябрь-декабрь айҙарында ҡабандар араһында биш тағун сире усағы асыҡланды. Һуңғы осраҡ былтыр, декабрҙә, Ырымбур өлкәһенең Абдулла районында теркәлде. Ул район Башҡортостандағы Йәрмәкәй һәм Бишбүләк менән сиктәш. Беҙҙең сиккә тиклемге ара ни бары 10 километр.
Шулай уҡ был Африка тағуны геномы һуңғы ике айҙа Свердловск өлкәһенең сусҡасылыҡ продукцияһында һәм Силәбе өлкәһенең мал аҙығында табылған. Декабрь аҙағында сир Татарстандың ике районында ҡабандар араһында һәм “Мираторг – Курск” холдингында асыҡланған.
Сусҡаларҙың Африка тағуны сирен сикләү өсөн ветеринар-патруль постар ҡуйылды. Республиканың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы Ырымбур өлкәһе менән сиктәш райондарҙа ҡабандарҙы атыу өсөн 50 өҫтәмә лицензия бүлгән. Сиктәш райондарҙың һунарсылыҡ вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрелгән һәм аңлатыу эштәре алып барылған. Көн һайын һунарсылар бригадалары һәм ветеринария хеҙмәте вәкилдәре рейдтар үткәрә. Ҙур сусҡасылыҡ комплекстары вәкилдәре менән берлектә, ҡабандар уларҙың комплексынан алыҫта булһын өсөн, уларҙы ситтә ашатыу ойошторған.
Дөйөм алғанда, беҙҙең республика ҡотороуҙан башҡа, йәнлектәр сире буйынса имен төбәк булып иҫәпләнә. Былтыр ҡотороуҙың биш усағы асыҡланды, уларҙың өсөһө - эттәр, икеһе бүреләр араһында. Ҡотороу сирен профилактикалау маҡсатында ауыл хужалығы һәм йорт хайуандарын вакцинациялау үткәрелә.
Венер Хажиәхмәтов,
райондың ветеринария станцияһы начальнигы.