Инйәр
-3 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Февраль 2021, 13:46

Яҡташыбыҙға юғары баһа

***

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә #БеҙБергә дөйөм Рәсәй үҙ-ара ярҙам акцияһын ойоштороуға тос өлөш индергән кешеләр бүләкләнде.
Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов ҡала һәм райондарҙағы ирекмәндәр хәрәкәте лидерҙарына, Башҡортостанда акцияның партнерҙарына һәм уны ойоштороусыларға – Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты, “Хәүефһеҙлек мәктәбе” бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе, “Әсәй ҡәһүә ҡайната” кафе селтәре, “Һөйөү менән” балалар хәйриә фонды вәкилдәренә акцияның иҫтәлекле миҙалдарын һәм Рәсәй Президентының почет грамоталарын тапшырҙы.
Әйткәндәй, ул республикала 2020 йылдың 28 сентябрендә эшләй башлай. Уның эшмәкәрлеге өс йүнәлештә алып барыла: өлкәндәргә һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, ғәҙәттән тыш хәлгә тарығандарға ярҙам күрһәтеү, халыҡҡа психологик ярҙам. #БеҙБергә акцияһына тос өлөш индергән өсөн райондың йәштәрэше, физкультура һәм спорт комитеты рәйесе Алевтина Тиунова акцияның иҫтәлекле миҙалына һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың почет грамотаһына лайыҡ булды.
Читайте нас в