Башҡортостандағы Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам күрһәтеү агентлығының төбәк гарантия фонды “Профиль-Комплект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә поручитель булды.
Республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә “Профиль-Комплект” дүрт миллион һумдан ашыу кредит йәлеп итеү мөмкинлеген алды. Мәғлүм булыуынса, “Профиль-Комплект” йәмғиәте Урал төбәгендә Brusbox ПВХ профиле һәм конструкциялар өсөн комплектлау өлөштәре сығарған иң ҙур предприятиеларҙың береһе булып тора.
Әйткәндәй, Башҡортостандың төбәк гарантия фонды биргән поручителлектең иң ҙур күләме – 25 миллион һум, поручителлек күләме – заемдың 70 проценты.