Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылды республикала “Зауыҡлы биләмәләр йылы: газондар, тротуарҙар, яҡтылыҡ, ҡоймалар” тип иғлан иткәйне. Документҡа ярашлы, халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу, төҙөк биләмәләр һанын арттырыу һәм Башҡортостан ауыл-ҡалаларының зауыҡлы күренешен тәьмин итеү – төп маҡсаттарҙың береһе ине.
– Әлбиттә, барлыҡ эштәр биләмәләрҙе капиталь йыйыштырыуҙан башланырға тейеш. Беҙ халыҡтың инициативаһын уятырға бурыслыбыҙ. Кешеләр был ҙур эштәргә үҙ теләктәре менән ҡушылып, ихлас ҡатнашырға тейеш,- тип белдергәйне республика башлығы Радий Фәрит улы.
Үткән йыл республика ҡалаларының һәм ауылдарының үҙгәреүе тораҡ пункттар эстетикаһының дүрт төп йүнәлешен – газондар яһауҙы, тротуарҙарҙы төҙөкләндереүҙе, урамдарҙы яҡтыртыуҙы монтажлауҙы, ҡоймалар ҡуйыуҙы күҙ уңында тотто. Ошо йәһәттән районда ла байтаҡ эштәр атҡарылды. Барыһы 33 “Таҙалыҡ көнө”ндә 26400 кеше йәлеп ителде. Унда 35 тонна сүп-сар йыйылды. Бер рәттән, түбәндәге эштәр башҡарылды: 348 метр тротуар, 4480 квадрат метр газон, 10213 метр ҡойма төҙөкләндерелде, 594 квадрат метр газон, 575 метр тротуар һәм 5468 метр ҡойма яңыртылды. Аҙна һайын йома көндө биләмәләрҙә ҡый үләндәре сабылды, ҡороған ағастар бысылды, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙар иҫтәлегенә арналған обелискылар һәм ҡәберлектәр таҙартылды. Шулай уҡ, 6 июнь, Хәтер көнө сиктәрендә, зыяраттар тәртипкә килтерелде.
“Йәшел башҡортостан” акцияһы мәлендә меңдән ашыу ҡайын, ҡарағай, шыршы һәм саған ағасы яңы һулыш алды. Бөйөк Ватан һуғышының тамамланыуына 75 йыл тулыу уңайынан урман фондында 8000 үҫенте сәселде. Архангел ауылының Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына дүрт кедр ағасы ултыртылды.
Районда барыһы дүрт “Т-7”светофоры һәм 10 йәйәүлеләр урыны сафҡа индерелде. “Еләҫ ел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе Р.И.Харисов) тарафынан район үҙәгендәге паркта “Мин Архангелде яратам” тип исемләнгән арт-объект барлыҡҡа килде.
Екатерина Савченко,
райондың торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса баш белгесе.