Инйәр
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ғинуар 2021, 17:53

“Ғаилә ялы” – һәр кем өсөн

Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәлиә Имаева менән район хакимиәтенең идарасыһы Татьяна Галина сәләмләне.

Саф һауалағы ҡышҡы уйындарҙан да яҡшыраҡ нимә бар? Быйыл Яңы йыл байрамдарында һауа торошо ла ҡулай булды, шулай уҡ ғаиләләр ҙә әүҙем ялды һағынып көтөп алғайны.
Ошо көндәрҙә райондың Ғаилә” социаль ярҙам күрһәтеү район–ара үҙәгенең Архангел районындағы филиалы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Ғаилә ялы”н үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәлиә Имаева менән район хакимиәтенең идарасыһы Татьяна Галина сәләмләне.
Барыһының да майҙанда кәйефе көр, көс-дәрте ташып торҙо. Балалар төрлө уйындарҙа ҡатнашып, үҙ-ара тиҙлектә, етеҙлектә, мәргәнлектә көс һынашты. “Ғаилә ялы”нда Ҡыш Бабайҙың да ҡатнашыуы байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Һуңынан барыһы ла ойоштороусылар тарафынан әҙерләнгән сәй табынында тәмлекәстәр менән һыйланды.
Ләйсән Абдрахманова,
ғаиләләр эшмәкәрлеге буйынса белгес.
Читайте нас в