Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланыуға һанаулы көндәр ҡалып килә. Ағымдағы йылдың апрелендә күп йорттарға иҫәп алыусылар киләсәк. Уларҙы нисек танырға?
Алыҫтан күренеп торған айырма: халыҡ иҫәбен алыу логотибы һәм утты сағылдырған элементтары булған рәсми бишмәт, шарф һәм “Росстат” яҙыулы сумка. Уның исем-шәрифтәре яҙылған, голограммаһы һәм “Росстат” етәксеһе ҡултамғаһы ҡуйылған танытма. Бер рәттән һанлы бланктарҙы тултырыу өсөн үҙе менән планшет-компьютеры булырға тейеш.