Инйәр
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
26 Май 2021, 15:57

Айырым иғтибар!

***

Күптән түгел Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда ҙур фажиғә булды. 19 йәшлек егет 175-се гимназияла атыш ойошторҙо. Ҡыҙғанысҡа күрә ҡорбандар һаны туғыҙ кешегә (шул иҫәптән 7-әүһе уҡыусы) барып етте, төрлө тән йәрәхәттәре алыусылар 21 (18-е уҡыусы).
Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин етәкселегендә, террорға ҡаршы комиссияның сираттан тыш ултырышы уҙҙы. Көн тәртибендә мәғариф учреждениеларында, балаларҙың йәйге ял итеү урындарында террорға ҡаршы сараларҙы көсәйтеүҙе, шулай уҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙе көсәйтеү, бер рәттән тәртип боҙоуҙы профилактикалау кеүек мәсьәләләр ҡаралды. Был хаҡта мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Сәйғафарова менән полиция бүлегенең участка уполномоченныйы Хвича Хведелидзе бәйән итте. Һөйләшеү барышында “Винкинг” шәхси һаҡлау ойошмаһы директор урынбаҫары Виктор Киндеев мәғариф учрежениеларын һаҡлау буйынса сығыш яһаны.
Читайте нас в