Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары — туған телебеҙҙең һаҡсылары, уны киләсәк быуынға еткереүселәр. Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән һабаҡ биреүсе Зөлфиә Зимфир ҡыҙы Хөсәйенова (Сәғәҙәтова) ла ошо изге бурысты намыҫ менән үтәүселәрҙең береһе.
— Зөлфиә Зимфир ҡыҙы, мөғәллимә һөнәрен һайлауға нимә этәрҙе?
— Ваҡыт үткән һайын үҙем башҡарған эштең ни тиклем яуаплы булыуына төшөнәм. Башҡорт теле дәресе — ул баланың эске донъяһын үҫтереү, үҙен баһалау, тел аша тарихты, әҙәбиәтте, мәҙәниәтте, туған халҡыңды танып-белеү. Милли рух тәрбиәләү ҙә ошо дәрескә бәйле. Күкрәк һуғып: “Мин ошо ерҙең хужаһы, минең үҙ ерем, телем, данлы тарихым бар! — тип ғорурланып әйтер өсөн, иң тәү сиратта, әсә телен белеү, өйрәнеү кәрәк. Башҡорт теле дәрестәре ябай, кәрәкмәгән фән тип ҡарау, уйлау оло хата. Илебеҙҙе, үҙебеҙҙе беҙ телебеҙ аша ғына күтәрә алабыҙ. Телен белмәгән халыҡ юҡҡа сығасаҡ. Шуға күрә башҡорт теле дәресенең үҙенсәлеге һәм әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ.
Заман да бер урында тормай, балаларҙың аң-кимәле лә йылдан-йыл үҫешә, үҙгәрә. Шундай бай, моңло, ҡеүәтле, матур туған телебеҙ бөгөнгө уҡытыуҙы глобалләштереү, теүәл фәндәргә өҫтөнлөк бирергә ынтылыш шарттарында юғалып ҡалмаһын өсөн яңы, заманса алымдар ҡулланыу зарур. Интерактив технологиялар хәҙер тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде. Электрон дәреслектәр, китаптар, көндәлектәр, журналдар барлыҡҡа килде. Дәрестәрҙә интерактив саралар ярҙамында төҙөлгән тест, викторина, сканворд, анаграмма кеүек эш төрҙәре уҡыусыларҙың белем кимәлен таҡта янында тикшереү өсөн уңайлы. Бөгөнгө уҡытыусы заман менән бергә атлап, заманса дәрес бирергә, яңы талаптарға яуап бирергә тейеш.
Тел аң менән тығыҙ бәйләнештә. Тел кешенең аҡыл һәләтен үҫтереүҙә әһәмиәтле сара булып иҫәпләнә. Бына шуға ла туған телде өйрәнеү айырыуса мөһим. Беҙ, башҡорт теле уҡытыусылары, киләсәк быуынға телебеҙҙең матурлығын еткереүселәр, тимәк, бурысыбыҙ бүтән фән уҡытыусыларыныҡына ҡарағанда күпкә яуаплыраҡ, тип уйлайым.
— Бөгөн башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ ниндәй ҡыйынлыҡтыр менән осрашырға тура килә, нисек хәл ителә?
— Иң тәү сиратта, башҡорт ғаиләләрендә тәрбиәләнгән үҫмерҙәрҙең туған телдәрен белмәүҙәре хайран ҡалдыра. Беҙҙә Белорет районынан да студенттар уҡый. Улар Архангел йәштәренә ҡарағанда башҡорт телен күпкә яҡшы белә, шыма итеп һөйләшә. Был нимә хаҡында һөйләй — ата-әсәнең битарафлығы, милләтте, телде һаҡлап ҡалыу мәсьәләһенән йыраҡ булыуҙары, сабыйҙарының киләсәген, күңел торошон хәстәрләмәүҙәре.
Колледжда башҡорт теле ике төркөмгә бүленеп уҡытыла: тәүгеһе башҡортса белгәндәр, икенсеһе башҡорт телен белмәгәндәр өсөн. “Миңә башҡорт теленең кәрәге юҡ”, — тигән кеүегерәк фекерҙәр менән дә осрашырға мөмкин. Был осраҡта төрлө психологик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алам. Һәр хәлдә лә дәрескә кире тойғолар уятмай, йәштәрҙе ылыҡтырам, уға ҡарата хөрмәт тәрбиәләйем.
Китаптар бар, етмәгәненә заказдар яһайбыҙ. Компьютер технологияһына килгәндә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, теләк кенә кәрәк.
Методик ҡулланмалар күберәк булһын ине. Башҡа уҡытыусылар менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ. Булған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәбеҙ, тәжрибәләр менән уртаҡлашып торабыҙ.
— Маҡсаттарығыҙ...
— Колледжда башҡорт теленән яҡшы өлгәшкән, һәләтле студенттар байтаҡ. Улар менән артабан да эшләргә һәм предметым буйынса төбәк-ара, республика кимәлендәге бәйгеләргә сығырға теләйем. Әлеге мәлдә Өфө фән һәм технологиялар университетында III курста белем алам. Педагог-психолог һөнәрен үҙләштереп, үҙемде яңы йүнәлештә һанап ҡарарҡа уйлайым.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Уңыштар һеҙгә.
Дилара Бәҙретдинова әңгәмәләште.
З.Хөсәйенова тарафынан ебәрелгән фото.