“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты илебеҙҙең иҡтисади ҡеүәтен нығытырға, тимәк, халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртырға тейеш. Был ғәмәлгә республикабыҙҙа айырыуса ҙур иғтибар бүленә.
Районыбыҙ йүнселдәре сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә йыйылды. Башта малсылыҡты үҫтереү йүнәлешенә ҡағылышлы эшлекле һөйләшеү үтте. Кәрҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Урал Абдуллиндың проектын Раҡия Заһиҙуллина тәҡдим итте. Билдәле булыуынса, Убалар ауылында урынлашҡан У.Абдуллиндың хужалығы байтаҡ йылдар уңышлы эшләп килә һәм районыбыҙҙағы иң тәүге хужалыҡтарынан һанала. Бында эре мөгөҙлө малдарҙан тыш, һарыҡтар һәм йылҡы малы үрсетелә.
— Киләсәктә мал һанын тағы ла ишәйтергә. Тик бының өсөн ер биләмәһе кәрәк, — тине Раҡыя Фазлиәхмәт ҡыҙы һәм үҙ теләктәрен еткерҙе. Уға яуап итеп хужалыҡҡа ярҙам итергә, тигән ыңғай ҡарар сығарылды.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нең икенсе проекты — тәгәрмәстәрҙе йүнәтеү урынын асыу. Уны Ярослав Шпон тәҡдим итте. Архангел ауылында велосипедтарҙы һәм квадроциклдарҙы йүнәтеү һорау менән ҡулланыла икән. Ошо йәһәттән, Я.Шпонға адреслы социаль ярҙам күрһәтеләсәк.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.