Инйәр
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
22 Апрель 2022, 07:53

Тәрбиәсе яҡты ҡояш кеүек

Өфөлә  “Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы — 2022” конкурсы һәм уның менән бер рәттән “Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы— 2022 ” республика конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте.

Тәрбиәсе яҡты ҡояш кеүек
Тәрбиәсе яҡты ҡояш кеүек

Өфөлә  “Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы — 2022” конкурсы һәм уның менән бер рәттән “Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы— 2022 ” республика конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте.

Районыбыҙҙың данын Гүзәл Ғосман ҡыҙы Смирноваға (Максим Горькийҙың “Чебурашка” филиалы тәрбиәсеһе) һәм Айгөл Камил ҡыҙы Хәсәноваға (“Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе)  яҡларға тура килде. Улар бәйгенең муниципаль этабында еңеү яулап, республика кимәленә сыҡты. Г.Смирнова “Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы”, ә А.Хәсәнова “Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” бәйгеһендә үҙ көстәрен һынаны.

Балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренең эшендә инновацион алымдар ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, уларҙы таратыу, белемен камиллаштырыу, таланттарҙы асыу, педагог һөнәренең абруйын арттырыу һәм киләсәктә уңышлы эшмәкәрлеккә дәртләндереү маҡсатында үткәрелгән конкурста беҙҙең  педагогтар  лайыҡлы сығыш яһаны.

Һөҙөмтәлә, Айгөл Хәсәнова "Башҡорт телендә мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү буйынса йыл педагогы — 2022" номинацияһында оло еңеү яуланы.

— Тәрбиәсе һөнәренә сабый сағымдан уҡ ғашиҡмын. Әхирәттәрем уҡытыусы, табип, тегенсе булырға теләгәндә, балалар баҡсаһында эшләү тураһында хыялландым. Һөнәри белем алып, хеҙмәт юлымды башлағас шуны аңланым —  тәрбиәсе — ул һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше лә.

Ата-әсәләр миңә үҙҙәренең иң ҡәҙерлеһен — балаларын ышанып тапшыра. Әлбиттә, һәр ата-әсәне балаларының нисек үҫешеүе, тиҫтерҙәре менән нисек аралашыуы, тәрбиәселәр менән уртаҡ тел таба белеү-белмәүе борсой. Шуның өсөн дә  баланың артабанғы яҙмышы ниндәй булыры тәрбиәсенән, йәғни, минән тора. Һис  шикһеҙ, ата-әсәнең, баланың ышанысын аҡларға, уҡыусының тормошҡа ҡарата булған яҡты уй-хыялдарын һүндермәҫкә, уларҙы үҫтерергә тейешмен.

 Конкурста ҡатнашырға тәҡдим ителгәс, ҡыуандым да, тулҡынландым да. Үҙемдә ҙур яуаплылыҡ тойоп, етди әҙерләндем. Хеҙмәттәштәрем, яҡындарым ныҡ ярҙам итте. Район мәғариф бүлегенең башланғыс кластар һәм мәктәпкәсә белем, тәрбиә биреү буйынса  методисы Гөлшат Борис ҡыҙы Ғәбделхаеваның дөрөҫ йүнәлештәр биреүе, урынлы кәңәштәре бик әһәмиәтле булды. Ул беҙҙе һәр саҡ күтәреп торҙо. Шулай берҙәм тырышлыҡ менән еңеү үрҙәрен яуланыҡ, — тип шатлығы менән уртаҡлашты А.Хәсәнова.

     Педагогтарға яңынан-яңы үрҙәр, ижади ынтылыш, уңыштар теләйбеҙ.

Дилара Бәҙретдинова

Фото — район мәғариф бүлеге сайтынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: