1993 йылға тиклем Архангел ауылында дин йорто булмай. Район мосолмандарының һорауы буйынса шул йылда, ниһайәт, элекке ҡунаҡхана бинаһы мәсет өсөн бирелә. Уның тәүге имам-хатибы итеп Ғибәт Ҡускилдин тәғәйенләнә, артабан — Ҡасим Зәкиев. 1997 йылдан районыбыҙҙың имам-хатибы — Фәнзил хәҙрәт Хисаметдинов. Уның етәкселегендә яңы мәсеткә нигеҙ һалына башлай. 2004 йылдың 4 ноябрендә Архангел ауылының Ворошилов урамында “Зифа” мәсете асыла. Фәнзил Аҡман улы киң даирәле дин әһелле генә түгел, оҫта етәксе лә, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә, һәләтле ойоштороусы, кәңәшсе лә. Байтаҡ йылдар дауамында ул районыбыҙ мосолмандары араһында ғына түгел, башҡа милләттәрҙә лә абруй, хөрмәт ҡаҙанды. Ғәҙел, намыҫлы, тырыш, белемле имам халыҡ хәстәре менән йәшәй. Ул 2016 йылдан бирле район Советы депутаты ла.
Ф.Хисаметдинов етәкләгән “Зифа” мәсетенең ишеге һәр кемгә асыҡ. Изге урын күптән халыҡтың ихлас аралашыр, фекер алышыр, яҡты маҡсаттар ҡорор урынына әйләнде. Бында йома намаҙҙарынан башҡа йәштәр никах уҡыта, яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушыла. Шулай уҡ дини ғилемдәрен арттырырға теләүселәр өсөн дәрестәр ҙә үтә. Һуңғы йылдарҙа айырыуса йәштәрҙең ғибәҙәтханаға ылығыуы һөйөндөрә. Мәсеттең имам-хатибы Фәнзил хәҙрәт райондаштарын һәр саҡ киләсәктә татыу, иманлы булырға, берҙәм йәшәргә саҡыра.
Мәсеттә бөгөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған: газ, һыу үткәрелгән. Уның ҙур фойеһы, аш бешереү, табын ҡороу, дәрестәр биреү, намаҙ уҡыу бүлмәләре бар. Сер түгел — мәсет халыҡтан йыйылған аҡсаға, хәйер-саҙаҡаға тереклек итә. Мосолмандар йыл һайын уны төҙөкләндереп, әле быныһын, әле тегенеһен яңыртып, алыштырып тора. Һәр кем хәленән килгәнсә үҙ өлөшөн индерә.
“Зифа” мәсетенең манараһын алыштырыу мәсьәләһе бер нисә йыл элек үк күтәрелгән ине. Уны йүнәтеү өсөн 2019 йылдан бөгөнгәсә аҡса йыйыла. Пандемия арҡаһында ремонт эштәре кисектерелеп килде. Бөгөн санкциялар сәбәпле төҙөлөш материалдарына хаҡтар ҡырҡа ҡиммәтләнеүгә ҡарамаҫтан, Фәнзил хәҙрәт барлыҡ мәшәҡттәрҙе үҙ ҡулына алып, ҙур күләмдәге эште ойоштороп ебәрҙе. Манараны төҙөкләндереү өмәһенә ир-егеттәр дәррәү тотондо. Улар 19 март иртән иртүк эш ҡоралдарын тотоп мәсеткә ашыҡты. Шул көндән әлегәсә Ворошилов урамында эш ҡайнай.
—Район халҡы, хатта мосолман булмағандары ла аҡсалата, төҙөлөш материалдары, өмәселәрҙе ашатыу өсөн аҙыҡ-түлек һәм башҡалар менән ярҙам итә. Эшҡыуар Хведелидзе Тарастан 7 куб таҡта һатып алһаҡ, 1 кубын ул бушлай бирҙе. Шулай уҡ бағыусыларыбыҙ Данис Сорағолов, Гөлиә Рәхмәтуллина финанс яҡтан ҙур ярҙам күрһәтә.
Архангел, Тәүәкәс, Приуралье, Ҡыҙылъяр, Убалар ауылдары ир-егеттәре өмәгә әүҙем ҡушылды. Рауил Хәйретдинов, Камил Петренко, Сәғит Мөхәмәтйәнов, Муса Мәхәмәтйәнов, Салауат Хөсәйенов, Алмир Сәйфетдинов, Айбулат Сәйфетдинов, Данис Сорағолов, Мөхәмәт Мөхәмәтйәнов, Иҙрис Абдуллин, Мәхмүт Хәсәнов, Руслан Иштуғанов, Риф Төлкөбаев, Роберт Амакачев, Нәзир Сорағолов, Азамат Һабанғолов, Рәжәп Фазылов, Морат Сорағолов, Айҙар Үзбәков, Илнар Фәтҡуллин һәм башҡалар. Иң йәш егетебеҙгә 12 йәш. Ул — Марсель Сорағолов. Мәктәптән һуң килә һалып ололарға булыша.
Йүгереп йөрөп өмәселәргә ашарға әҙерләгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тураһында ла йылы һүҙҙәр әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Әлфинә Сәйфуллина, Ғәйшә Иҫәнгилдина, Гөлирә Моратова, Рәхилә Йомағолова, Нәфисә Юлдашбаева, Мөслимә Сәйғәфарова, Шәүрә Фазылова һәм башҡа ханымдар, ғөмүмән, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ҡатын-ҡыҙҙары, мәсеткә йөрөгән апайҙар. Улар төшкө һәм киске аш хәстәрләй, һауыт-һаба йыуып, мәсеттең эсен таҙартып, йыйыштыра. Көн һайын үҙ-ара алдан һөйләшеп сиратлап ашарға бешерәләр. Аҙыҡ-түлекте лә халыҡ үҙе килтерә. Родинский ауылынан Вәли Әхтәмов, Фәнисә Әхтәмова, Элвира Солтанбәкова, Илфат Солтанбәков, Урал Вәлиев, Ғәлей Әхтәмов, Әмир Аҙнабаев, Земфира Хәйретдинова, Баязит Баһауетдинов, Рәмилә Баһауетдинова, Ләлә Ҡондоҙбаева һәм башҡалар ит, картуф, һуған, һөт, ҡорот, май һәм башҡаларҙы ебәрҙе. Төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индереүсе һәр кемгә сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм. Архангел ауыл хакимиәте, район хакимиәте лә ситтә ҡалманы.
Әле башҡарасаҡ мәшәҡәттәр байтаҡ. Алла бирһә, Ураҙа айы башланғанға тиклем манараны тамамларбыҙ, тип уйлайбыҙ. Ғибәҙәт йортон йылы, матур, төҙөк, уңайлы итеп тотоуға үҙ көсөн һалыу һәр бер мосолмандың изге бурысы. Бөгөн беҙҙең өмәгә һәм башҡа мәсеттәрҙәге төҙөкләндереү сараларына ла халыҡ күберәк йәлеп ителһә бик яҡшы булыр ине.
Төҙөлөш материалдарын аҡса етмәү сәбәпле урындағы магазиндарҙан көтәргә лә алдыҡ. Бурыстарҙы түләү өсөн хәйриә йыябыҙ. Һеҙҙән бәләкәй генә ярҙам да мәсетте төҙөкләндереүгә һиҙелерлек ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тип бушҡа әйтмәйҙәр бит. Сауаплы эштәргә дәррәүерәк тотонайыҡ! — тип һөйләп үтте Фәнзил хәҙрәт.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.