Инйәр
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
22 Апрель 2022, 07:49

Өфөгә барғайныҡ…

Уҙған быуаттың 70-се йылдары. Бына тағы бер уҡыу йылы тамамланды.

Өфөгә барғайныҡ…
Өфөгә барғайныҡ…

Уҙған быуаттың 70-се йылдары. Бына тағы бер уҡыу йылы тамамланды. Уҡыусыларымдың күҙ ҡараштарынан уҡ күреп торам: быйыл ҡайҙа барабыҙ?

Араларында: “Ҡайҙа булһын, Көмәрлегә инде”. “Юҡ, Ғафури районына”, “Әйҙәгеҙ Өфөгә — Салауат һәйкәлен күрергә!” тигән ҡысҡырыуҙар яңғыраны.

Класта 25-ләп бала. Ярай әле былтыр йәйәү генә йөрөп ҡайттыҡ, тәбиғәт ҡосағына сыҡҡайныҡ. Өфөгә бит атлап барып етеп булмай. Ул саҡтағы мәктәп директоры Булат Шәрипҡол улы Ишемйәров шелтәләп тә алды: ҡайҙан машина табабыҙ, шулай ҙа Өфөгә йәйәүләп юлланырға рөхсәт бирҙе, ҡаланың үҙенә үк түгел инде. Яңы Ырныҡшы ауылы янына сығып баҫтыҡ. Йөк машиналары буш түгел, автобустар тулы кеше. Инде кире ҡайтайыҡ, тип торһаҡ, бер буш (“бортовой”) машина килеп туҡтаны. Дим станцияһына тауарға бара икән. Кузовына ныҡ ҡына итеп һалам түшәгән. Беҙҙе Өфөгә етәрәк “Мәктәп” туҡталышында ҡалдырып китте. Салауат һәйкәле күренмәй әле. Байтаҡ ваҡыттан һуң тағы бер машинаға ултырҙыҡ. Быныһы күперҙе сыҡҡас, Фрунзе урамының башында төшөрҙө. Ауыл кешеләре ни, аптырап торманыҡ, атлап менергә тәүәкәлләнек. Ниһайәт, һәйкәл янына барып еттек. Үҙем уҡыған университет, телевидение вышкаһы хаҡында белгәндәремде балаларға һөйләгән булдым.

Ҡала матур, тирә-яҡ йәшеллеккә күмелгән. Уҡыусыларҙың күптәренең Өфөнө тәүге тапҡыр күреүе, уларҙың шатлыҡтары эстәренә һыймай, тәьҫораттар иҫ китерлек. Әмәлгә таянғандай, Октябрь революцияһы урамындағы крайҙы өйрәнеү музейы ла асыҡ. Дөрөҫ, унда беҙгә аҙыраҡ шелтә эләкте. Малайҙар ни шуҡтар шул: экспонаттарҙы тотоп ҡарайҙар. Ленин музейы бикле ине, шулай ҙа ихаталағы йорттарҙың тыш яғынан булһа ла йөрөп сыҡтыҡ. Күрҙек, йөрөнөк, арыныҡ. Ҡорһаҡтарҙа буран уйнай. Балалар кеҫәләрен ныҡ ҡына бушаттылар. Үҙем тыйылып киләм, бер нимә лә тәҡдим итмәйем. Ашханаларға керһәң, ҡиммәткә төшә. Апайымдар менән ағайымдарҙың йорто тау башында (ағас өйҙөң 2-се ҡаты), Киров заводының артында, “Динамо” стадионынан йыраҡ түгел, Туҡай һәм Гоголь урамының киҫелеше янынан бәләкәй генә тыҡрыҡта (Лина Оден урамы (Чехословакия батыры)) урынлашҡан. Йәш саҡта унда үҙем дә йәшәгәйнем, асҡыс та бар ҡулымда.

 Яҡындағы магазинға кереп икмәктән башҡа, иң осһоҙло ашамлыҡтарҙы алып, балаларҙың сумкаһына тултырҙыҡ. Был юлы инде абай булдым, алдан иҫкәртеп ҡуйғайным. Матур ғына ҡаршыланылар. Тамаҡ ялғап алғас, малайҙар тау аҫтына йүгереп төшөп  килде. Унда һыу инеү урыны, катерҙар — барыһы ла бар. Йәйге көн оҙон булһа ла кискә ауышты, көнөнә генә ҡайтып етерлек түгел. Әлдә әлеге иҙән бар, кейемдәрҙе сисмәй генә ятып йоҡланыҡ. Малайҙар соланда, кәбәркәлә урын алды, улар янына иптәшкә ағайым сыҡты. Ҡалғандар өйгә һыйҙыҡ. Һыйҙыҡ инде, унда ни аш бүлмәһендә бер өҫтәл дә, бер нисә ултырғыс, ике йоҡо бүлмәһендә берәр тимер карауат, залда бер нимә лә юҡ. Уның ҡарауы өс бүлмәгә ете тәҙрә, төндә лә яп-яҡты. Фатир мейес менән йылытыла ине, электр плитаһы, сәйнүге бар. Апайым беҙҙең тороуға мул ғына итеп аш бешергән, ите аҙ булһа ла, ҡорһаҡтарҙы тултырҙыҡ.

Килеүен килдек тә, нисек ҡайтырға һуң? Еҙнәм тау аҫтына төшөп, теге фпароходлыҡтан беҙҙе ултыртырға рөхсәт алып килде. Ҡырмыҫҡалы районына ҡараған Ҡояшкин ауылына тиклем килдек, артабан инде — атлап (тәпәй тура ат шәп атлата). Өфө шулай яуланды. Балалаҙың да күңелдәре булғандыр тим.

Нәсиә Йосопова,

педагогик хеҙмәт ветераны.

Абҙан ауылы.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: