Инйәр
+15 °С
Облачно
9 май - Еңеү көнө
21 Апреля 2022, 11:32

Байрам бүләк иттеләр

Балалар ижады мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм уҡытыусылары: “Умырзая” фольклор ансамбле һәм башҡорт халыҡ инструменталь ансамбле йыш ҡына Ҡыҫынды мәҙәниәт йортона концерт номерҙары менән килә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Байрам бүләк иттеләрБайрам бүләк иттеләр
Байрам бүләк иттеләр

Балалар ижады мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм уҡытыусылары: “Умырзая” фольклор ансамбле һәм башҡорт халыҡ инструменталь ансамбле йыш ҡына Ҡыҫынды мәҙәниәт йортона концерт номерҙары менән килә. Сираттағы мәҙәни осрашыуға ла ҡыҫындылар байтаҡ йыйылды.

Айгөл Ҡунаҡбаева етәкләгән фольклор ансамбле тамашасыларҙы сағыу, бай йөкмәткеле бейеүҙәре, йолаларҙан күренештәр менән таң ҡалдырһа, халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарылған көйҙәр йөрәктәрҙе елкендерҙе. Артистар  барыһына ла байрам бүләк итеүгә өлгәште. Ауыл халҡы ҡунаҡтарҙың һәр сығышын көслө алҡыштар менән оҙатты.

Айгөл Ҡунаҡбаева,

“Умырзая” балалар фольклор ансамбле етәксеһе.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас