Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
7 Май 2020, 14:37

Серек бәрәңгенән көлсә бешергәндәр хәтерҙә…

Һуғыш йылдарында тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған ололар тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәй.

Һуңғы ваҡытта һуғыш йылдарында һәм уның һөҙөмтәһендә ауырлыктар күргән фронтовиктар ғына түгел, уларҙан тыуып ҡалған балалар ҙа теге донъяға күсә башланы. Шуға күрә беҙгә ул ваҡыттарҙы сағылдырып, иҫкә төшөрөп китеү фәһемле булыр, тип уйлайым. Һуғыш йылдарында тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған ололар тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәй.
Мин Тәүәкәс ауылында ғүмер итеүсе Солтанов Хәйрислам Абдулла улы тураһында яҙып үтмәксемен. Ул 1935 йылдың 8 апрелендә Тәүәкәс ауылында тыуған. Яңыраҡ ҡына ил ағаһы 85 йәшен билдәләне.
Абдулла ағай менән Хәмиҙә апай матур ғына итеп тормош көтә башлай. Тик, үкенескә ҡаршы, күп тә үтмәй Хәйрислам ағайҙың әсәһе Хәмиҙә апай ҡаты ауырып китә, ә атаһы һуғышҡа алына.
— Сирле әсәйем атайымды түшәктән тороп оҙатып та ҡала алманы. Һуғышта бер йыл булғандан һуң, 1942 йылдың май айында, атайыбыҙҙың Украина һуғышында вафат булған тигән хәбәре килде. Ул заманда миңә ни бары 6 йәш ине. Шул уҡ йылдың август айында әсәйем дә үлеп китте. Атайһыҙ ҙа, әсәйһеҙ ҙә ҡалыуы бик ауыр булды. Атай һуғышта үлгәс, исмаһам әсәйем терелеп китер тип өмөтләнгән инем, тик донъя үҙенекен итте. Ни эшләйһең инде? Шулай итеп, 4 бала олатай тәрбиәһендә ҡалдыҡ. Ашарға етмәй, бәрәңгене һыу баҫты, серене. Өләсәй үләнгә он ҡушып аш бешерә. Оно ла бик һирәк кенә була ине. Йыуа, балтырған, кесерткән, ҡаҡы кеүек төрлө үләндәр менән тамаҡ ялғаныҡ. Ҡайһы бер ауылдаштарҙың аслыҡтан ярамаған үләнде ашап, үлгәндәрен дә иҫләйем. Йәй айҙарында түҙемһеҙләнеп еләк бешкәнен көтәбеҙ. Уны тәмләү күңелгә рәхәтлек бирә ине. Һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа үләндәр киптереп сәй эстек, серек бәрәңгенән күмәс, көлсә бешергәдәр әле лә хәтерҙә. Ә инде кейемгә килгәндә әйтеп тораһы ла юк.
Олатайым бик күп һөнәргә өйрәтте: сабата үреү, талдан кәрзин, моҙға эшләргә һәм башҡаларға. Үҙемә сабата үрә торғайным. Уныһы ла тиҙ генә тишелә лә ҡуя. Йылы кейем наҡыҫ булһа ла, ҡышын Ильяс, Әлимә тауына сана шыуырға барабыҙ. Бала саҡ бит. Колхоз, йорт эштәрендә лә булышабыҙ, уйнап алырға ла өлгөрәбеҙ. Тормош ауыр булыуға ҡарамаҫтан, белем алырға ла, ололарға ярҙам итергә лә тырыштыҡ. Йәш саҡта арыу-талыуҙы белмәнек, әҙерәк ҡапҡылап алһаҡ — көс керә. Олатайға ауыр булмаһын тип уға ныҡ ярҙам иттем. Сөнки, унан да ҡалһаҡ ҡайҙа барабыҙ, тип уйлай торғайным. Армия сафтарына алынғас, Камчаткала 4 йыл диңгеҙ флотында хеҙмәт иттем. Тырышлығымды күреп карапта врач ярҙамсыһы итеп ҡуйҙылар. Әрменән һуң олатайым янына ҡайттым, сөнки уны ярҙамсыһыҙ ҡалдыра алманым. Ауылда 10 йыл баш ветврач булып эшләнем,- тип хәтирәләр йомғағын һүтте Хәйрислам Абдулла улы.
Намыҫлы, тынғыһыҙ ир-уҙаман колхозда беренсе ветеринар пунктын асыуға ла нигеҙ һалды. 49 йыл колхозда эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ауыл советында депутат та булған ауылдашыбыҙ йәмәғәт эштәрендә лә һәр саҡ әүҙем ҡатнашты. Тырыш хеҙмәте бик күп Маҡтау ҡағыҙҙыры, миҙалдар менән билдәләнгән. «Һуғыш балалары», «Ҡыҙыл армияның 100 йыллығы», «Тымыҡ океан флотына —285 йыл» миҙалдары иң ҡәҙерлеләренән һанала.
Тормош иптәше Лиза апай менән татыулыҡта ярты быуаттан ашыу 57 йыл бергә ғүмер кисерә. Шатлыҡтарын да, ҡайғыларын да бергә уртаҡлаша. Матур итеп донъя көтәләр, биш бала тәрбиәләйҙәр. Оло улдары Фәрит — хәрби, Ләлә һәм Рида ҡыҙҙары медицина өлкәһен һайлай, Илнурҙары тимер юлында бригадир, бәләкәй ҡыҙы Гөлнур ике юғары уҡыу йортон тамамлай, әлеге көндә район мәҙәниәт йортонда методист булып эшләй. Шулай бәхетле ҡартлыҡтарын кисереп кенә йәшәп ятҡанда хәләл ефете Хәйрислам ағайҙы ҡалдырып баҡыйлыҡҡа китеп бара. Ҡытынының яғымлылығы, иғтибарлығы, егәрлелеге һәм иң мөһиме — матур, аҡыллы балаларына ғүмер бүләк итеүенә рәхмәтле ул. Лиза апай менән бергә йәшәгән саҡтарын ныҡ һағына Хәйрислам ағай.
— Балаларыма шатланып бөтә алмайым. Оло йәштә булһам да, эшһеҙ буш ултыра белмәйем. Йорт-тирәһен ҡулдан килгәнсә таҙартам, йыйыштырам, Лиза апайығыҙың гөлдәрен матур итеп тәрбиәләйем. Гәзит-журналдар, айырыуса үҙебеҙҙең “Инйәр” гәзитен алдырып уҡып, район, ауыл яңылыҡтарын белеп торам. Донъялағы ваҡиғалар менән дә ҡыҙыҡһынам.
Бөгөн киләсәк быуынға, бигерәк тә ил терәге малайҙарҙың, донья ҡото ҡыҙҙарыбыҙҙың тәүфиҡлы, итәғәтле, көслө рухлы булып үҫеүҙәрен теләйем. Олоно — оло, кесене кесе итә белһендәр. Донъялар имен, тыныс торһон, яңы ғаиләр ҡоролһон, күберәк сабыйҙар тыуһын, ата-әсә балаларын, олатай-өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп туймаһын, әсәйҙәр улдарын һуғышҡа оҙатмаһын. Күҙ йәше түгелмәһен. Ауырлыҡтар беҙҙе урап үтһен,- ти һуғыш михнәтен үҙ иңендә татыған Хәйрислам ағай.
Гөлнара Ташбулатова,
Тәүәкәс ауылы.
Читайте нас: