Инйәр
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
7 Май 2020, 12:06

Еңеү! Һағындырған данлы еңеү!

9 май байрамы тураһында райондаштарыбыҙҙың фекерҙәре

Берсә шатлыҡлы күҙ йәштәренә, берсә тәрән һағышҡа сорналған 75-се Еңеү яҙы килә. Был тарихи көн һәр кемдең, бигерәк тә оло быуын кешеләренең йөрәк түрендә ҙур урын биләгән. Йылдар уҙа бара, йәшәйештең төрлө ҡиммәттәре лә үҙгәрә. Әммә ер йөҙөндә, кеше хәтерендә Бөйөк Ватан һуғышы, Еңеү байрамы мәңгелеккә уйылып ҡаласаҡ.
Әлмира Сәйетмырҙа ҡыҙы, педагогик хеҙмәт ветераны, Убалар ауылы:
— Минең өсөн Бөйөк Еңеү байрамы — иң тетрәндергес байрамдарҙың береһе. Ғәзиз йәнкәйҙәрен утлы ҡаҙанға оҙатҡан әсәләр, ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар, ҡарт-ҡоролар уларҙың яуҙан имен-аман Еңеү яулап ҡайтыуҙарын теләп, тылда үҙ-үҙҙәрен аямай көнө-төнө хеҙмәт иткән. Ошо ғазаптарҙы үҙ иңендә татығандар тыныс тормоштоң ҡәҙерен ныҡ белә.
Атайым Сәйетмырҙа Әҙелмәхәмәт улы Ғәлин әсәйем Маһира Зәйнәғәбдин ҡыҙын өс бала менән ҡалдырып фронтҡа китә. Сталинградты, Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша. Яу яланынан 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Ул һуғыш тураһында һөйләргә яратмай ине, ә бәйән иткән сағында ирекһеҙҙән күҙ йәштәре тамыр булды. Тән һәм күңел яраларының һыҙлауына ҡарамаҫтан, һыр бирмәй тырышып донъя көтөүенә, балалар тәрбиәләүенә бөгөн хайран ҡалам. Атайыбыҙ шундай көслө рухлы кеше булған икән.
9 май йыл һайын митингыға, “Үлемһеҙ полк” акцияһына сыға инек. Быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байрамды ситтән тороп ҡына үткәрергә, ҡатнашырға мәжбүрбеҙ, шуныһы күңелде ныҡ ҡыра.
Фәрзәнә Фәсхетдин ҡыҙы, район хакимиәте башлығы урынбаҫары:
— Еңеү көнөн илебеҙҙең мөһим байрамы тип һанайым. Сөнки беҙҙә һуғыш касафаты теймәгән бер ғаилә лә юҡ. Минең ике олатайым: Әсәҙуллин Мәхәмәт Әбйәлил улы һәм Йосопов Камалетдин Ильяс улы фашист илбаҫарҙары менән көрәшкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Камалетдин олатайым яу яланынан тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайта алмай.
Был тарихи байрамды сабый саҡтан уҡ йөрәккә һеңдереп килгәнгә күрә, тулҡынланыу һәм ғорурланыу тойғолары аша көтөп алам. Быйыл, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы бөтә ил буйынса бик күп саралар ойошторола. Коронавирус пандемияһы күп пландарҙы үҙгәртһә лә, 9 май байрамын маҡсатҡа ярашлы итеп билдәләргә тырышасаҡбыҙ. Ғөмүмән, был тарихи көндө ғаиләбеҙ, туғандарыбыҙ менән бик ихтирам итәбеҙ. Изге йолаға әүерелгән “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашасаҡбыҙ, ул быйыл олайн форматта үтәсәк.
Эльвира Сәйфетдин ҡыҙы, Тирәкле мәктәбе директоры:
— Илебеҙҙең иң әһәмиәтле дәүләт байрамдарының береһе. Был көндө оло ихтирам менән ҡаршы алабыҙ, йыл һайын еңеү парадына сығабыҙ, төрлө акцияларҙа ҡатнашабыҙ. Тантаналы шарттарҙа ойошторолоуға ҡарамаҫтан, 9 май күпселегебеҙ өсөн бик һағышлы көн.
Ике олатайым һуғышта ҡатнашҡан: Шаһиев Зиннәт Харис улы һәм Ҡужабаев Шәйхетдин Шәрәфетдин улы. Зиннәт олатай 33 кенә йәшендә Сталинград янындағы алышта ятып ҡалған. Уның һуңғы өс мөйөш хатын аманат итеп һаҡлайбыҙ. Ә Шәйхетдин олатайға 1937-1946 йылдарға тиклем хеҙмәт итеп имен-аман ғаиләһенә ҡайтырға насип була.
Бөгөн бына мәктәпте байрамса биҙәп ҡайттыҡ. Изоляция арҡаһында ошондай мәртәбәле көндө тейешлесә уҙғара алмау бик үкенесле. Шуға ҡарамаҫтан, Бөтә Рәсәй илһөйәрлек онлайн “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашыу өсөн ике олатайымды ла рәсми сайтта теркәнем. Уларҙы хөрмәт менән иҫкә алыу изге бурыс.
Айнур Минислам улы, Абҙан ауылы биләмәһе башлығы:
— 9 Май — халҡыбыҙ өсөн иң бөйөк байрам, уны юҡҡа ғына “Это праздник слезами на глазах” тимәйҙәр. Мин һуғышта яҡындарын юғалтҡан туғандарым, ауылдаштарымдың ҡайғы-хәсрәтен, хис-тойғоларын белеп-күреп үҫкән быуын вәкилемен. Шуға күрә был көндә һуғыш йырҙарын тулҡынланмай, тыныс ҡына тыңлай алмайым. Минең өсөн Еңеү байрамы — ауылдаштарымдың моңһоу иҫтәлектәре, ирҙәре, улдары һуғыштан ҡайтмаған, күңелдәре яралы инәй-апайҙарҙың һығылып илауҙары, һәләк булған ирҙәренең хаттарын тотоп өйҙән-өйгә йөрөп уҡыуҙары, яуҙа батырҙарса һуғышып, аяҡ-ҡулдарын ҡалдырып ҡайтҡан ирҙәрҙең артабан Ватанға хеҙмәт итеүҙәре.
Дилара Бәҙретдинова яҙып алды.
Читайте нас: