Инйәр
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
4 Апрель 2019, 19:00

Өс бер туған

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, хәбәрһеҙ юғалған ветерандарҙың хәрби юлын, яҙмышын яҡшы белгән яҡындары, туғандары менән осрашып, мәғлүмәттәр туплауҙы дауам итәбеҙ. Әлеге көндә Башҡортостанда 127 400 һалдат хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә. Унда райондаштарыбыҙҙың да исем, фамилияларын осратырға мөмкин.
Ҡыҙғы ауылында тыуып-үҫкән өс бер туған Манаф, Әбделғәний һәм Әбделхаҡ Ғәбитовтар ҙа башҡа ир-егеттәр менән бер рәттән фашист илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ һуғышҡа алына. 1941 йылда иң беренсе булып фин һуғышынан ҡайтып, ике ай ғына өйҙә булып өлгөргән Манаф Әбдрәхим улы, Әбделхаҡ һәм Әбделғәний (1903 йылғы) һуғышҡа 1942 йылда саҡырыла. Фронттың иң хәтәр еренә эләккән Әбделғәний ғаиләһенә бер нисә хат яҙып өлгөрә. Уның һуңғы хаты 1943 йылда Сталининградтан килә. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында Сталинград фронты иң аяныслы, ҡан ҡойғос алыш булып иҫәпләнә. 1942 йылдың 17 июленән 1943 йылдың 2 февраленә тиклем барған был һуғышта 1 миллион 129 мең совет һалдаты һәләк була. Аяуһыҙ көрәштә Әбделғәний Әбдрәхим улы ла үлеп ҡала. Манаф менән Әбделхаҡ та кире әйләнеп ҡайтмайҙар. Шулай итеп, өс бер туған Тыуған иле өсөн баштарын һала. Хәбәрһеҙ юғалып, яу яландарында тороп ҡалған һалдаттарыбыҙҙы Ер-әсә күптән үҙ ҡосағына алған. Тыныс, бәхетле тормош өсөн үҙҙәрен аямаған яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары кешелек хәтерендә мәңге уйылып ҡалыр.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: